+7 (34757) 6-11-79 Начальник отдела культуры
ok_erm@mail.ru
Герб района

Отдел культуры МР
Куюргазинский район
Республики Башкортостан

/ Новости/ Талантлы балалар - Өфөлә!

Талантлы балалар – Өфөлә!

Башҡортостаныбыҙҙың “Тамыр” телестудияһы “Сулпылар” конкурсы еңеүселәре менән 15 майҙа Республикабыҙҙың бар район-ҡалаларынан талантлы, моңло балаларҙы йыйып, халҡыбыҙҙы таң ҡалдырып оло концерт күрһәтте. Өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансабленең лауреаттарын саҡырып, Көйөргәҙе районы хакимәте башлығы исеменә лә хат килгәйне. Районыббыҙың ышанысын аҡлап, сағыу сығыш яһау өсөн йырсылар Айҙар Мөхәмәтшин, Илшат Рамаҙанов, бейеүсе – Әдиленә Үтәғәнова, ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ярҙамы менән бер ай ныҡлы әҙерләнделәр. Уларҙың яратып башҡарған башҡорт халыҡ йыры “Маһисәрүәр”ҙе зал оло алҡыштарға күмде. Оло йөрәкле ағинәйҙәрҙән, шәхестәрҙән, “Тамыр” студияһының директоры – Гөлназ Ҡолһаринанан, балаларға рухы аҙыҡ – моң, дәрт биреп, районыббыҙың, халҡыбыҙҙың данын күтәреп йөрөткәне өсөн, башлығыбыҙ Әхәт Йәүҙәт улы исеменә, етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәре ишетеү, күңелдәргә тағы ла дәрт, дарман, йылы, илһам өҫтәне. Балаларыбыҙ бүтән коллективтарҙың, солистарҙың сығыштарын күреп, йөҙҙәрнә ғорурлыҡ хистәре йүгерҙе. Шулай булмай ни! Төпклөдәрҙән репетиция тип ваҡыттарын йәлләмәй, дәрестәрен ҡалдырып, юл хаҡтарын иҫәпләмәй алһыҙ-ялһыҙ тир түгеп эшләгән эштең һөҙөмтәһе бит ул. Ул ғына ла мы? Район хакимәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы биргән 20 мең, “Ашҡаҙар таңдары”нда “Аҡбуҙат”тар икенсе урын яулап алған 15 меңгә матур, зауыҡлы костюмдар тегелде. Яңы костюмдарҙа балалар маһайып, дәртләнеп йырланылар, бейенәләр!Балаларыбыҙҙы рухлы, тыуған илеббеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата илһөйрле итеп тәрбиәләгә, концертҡа барып ҡайтыуға ярҙам иткән өсөн Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, мәҙәниәт бүлеге началнигы Әлфиә Наил ҡыҙына, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Вацлавовнаға, ата-әсәләребеҙҙән – Йәүҙәт Мөхәмәтшинға коллектив исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм.Баларыбыҙҙың йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен!
“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы режиссеры
Й.Рамаҙанова.

Поделиться: