+7 (34757) 6-11-79 Начальник отдела культуры
ok_erm@mail.ru
Герб района

Отдел культуры МР
Куюргазинский район
Республики Башкортостан

Үткəн аҙнала Кинйə- бай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күр- кəм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикəлəренең сағыу, зауыҡлы ҡул эштəре, аш- һыу күргəҙмəһе ойошто- ролдо. Ҡунаҡҡа «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова, район ҡа- тын-ҡыҙҙар советы рәй- есе Вера Фросина килде. Матур байрам тураһында беҙгә сараны ойоштороу- сы Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильева һөйләне: – Был байрамды үткәре- ргә әллә ҡасандан уҡ йый- ына инек. Ҡатын-ҡыҙҙар — донъя тотҡаһы. Улар йорт эсендә лә, йорт тирәһендә лә йәм булды- ра. Шул уҡ ваҡытта эшенә барырға, баҡсала бил бө- гөргә, балалар тәрбиәләр- гә һәм төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнергә лә өлгөрә улар. Ғаиләлә бар нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Беҙҙең сарала 10 йорт, 24 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Һәр береһе йортонда үҙҙәре ижад иткән ҡул эштәре, аш-һыу оҫта- лыҡтары күргәҙмәһен ойошторҙо. Уларҙың ба- рыһы ла тик маҡтауға ғына лайыҡ ине. 5 бала тәрбиәләп үҫтергән, 20 ейән-ейәнсәренә бәхетле өләсәй булған Фирҙәүес Абдуллинаның йорто күҙҙең яуын алырлыҡ. Үҙҙәре бигерәк ҡунаҡ- сыл. Ейән-ейәнсәрҙәре шиғыр ҙа һөйләй, йырлап, бейей ҙә. Хәнифә Ғәббә- соваға ярҙамға бик күп ҡунаҡтар килгән. Улар араһында оло йәштәге Мәймүнә Сәғитова менән Маһинур Әлиева ла бар. 83 йәшлек Сәриә Ғәббә- сова менән 87 йәшлек Сәмәрә Ғөбәйҙуллина- ларҙың да күргәҙмәһе бик шәп ине. Вәсилә Ғәб- бәсованың йорт эсендә бар нәмә лә бәйләнгән. Рәмзиә Ғәббәсованың да шәлдәре бигерәк матур. Улар икеһе лә төрлө ре- спублика конкурстарында алдынғы урындар яулау- сылар. 4 балалы Әлиә һәм Фаил Кинйәбаевтарҙың яңы 2 ҡатлы йорто иҫ киткес. Ҡала фатиры ары торһон. Фәнүр, Юлиә, Ре- гина Ғәниевалар яҡташ шағирә Тамара Ғәниева- ның тыуған нигеҙенең ҡотон һаҡлайҙар. Бында бар нәмә ялт итеп тора. Шулай уҡ яҡташ яҙыусы- быҙ Ғәлим Хисамовтың туғандары Ришат, Раҡыя, Миңзира Хисамовалар ҙа үҙҙәренең оҫта хужа булыуҙарын күрһәтте. Тәнзилә һәм Рафиҡ Ҡот- лобаевтарҙың йортонда ҡулдан эшләнгән хайуан- дарҙың ниндәйе генә юҡ! Тағы ла Тәнзилә үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләп ҡыуандырҙы. Бөтәһе лә беҙҙе үҙҙәре- нең үҙенсәлекле эштәре менән һоҡландырҙы был көндө. Уларҙың ба- рыһына ла райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшы- рҙы. Спонсорҙарыбыҙ Сергей Малейкин менән Владимир Марфиндан да ҙур бүләктәр алып шат- ландылар. Шулай уҡ был көндө Кинйәбай ауылы клубына бер исемен әй- тергә теләмәгән спонсор музыкаль үҙәк тапшырҙы. Бик матур байрам булды. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, «Се- спель» төркөмө, Арыҫлан- Әмәкәс ауылы ағинәйҙәре матур концерт бүләк итте. Рәхмәт барыһына ла!

Поделиться: