+7 (34757) 6-11-79 Начальник отдела культуры
ok_erm@mail.ru
Герб района

Отдел культуры МР
Куюргазинский район
Республики Башкортостан

Үҙең үткәрһәң – ҡыҙыҡлы
Үткəн шəмбе, 7 июлдə, Ялсыҡай ауылы халҡы тыуған ауылдарының 140 йыллыҡ юбилейен билдəлəне. «Тамырҙарым һиңə тоташҡан» тип аталыусы был мəҙəни сара халыҡтың һорауы буйынса ауыл мəҙəниəт йортонда түгел, ə йəмле тəбиғəт ҡосағында – убалы-далалы ерҙəрҙəн ағыусы Шайтан йылғаһы буйында үткəрелде. Иртәнән алып байрам урынында йән- лелек. Бер-бер артлы еңел машиналар килеп туҡтап, тигеҙ сафтарға теҙелә. Беҙ ҙә шулай эшләнек. Машина ишеген асып ергә аяҡ баҫыу менән терт итеп ҡалдым: аяҡ аҫты тулы ҡыҙарып бешеп килеүсе ер еләге. Шайтан буйы еләклеге икән был.
Яңыраҡ ҡына төҙөп ҡуйылған байрам сәхнәһе янында йәштәр концерт сығыштарына әҙерләнә. «Ауылыбыҙҙың күренекле шәхестәре», «Ауылым биҙәктәре» тигән күргәҙмә стендтары янында йыйылыусылар йылы хәтирәләре менән бүлешә. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәрзәнә Әбсәләмова ойошторған халыҡ биҙәүестәре күргәҙмәһендә гүзәл заттарыбыҙ төрлө биҙәүестәрҙе кейеп, тағып фотоға төшә, Фәрзәнә апайҙан уны нисек эшләү серҙәрен һораша. Сараға, ауыл халҡы менән бер рәттән, ситтә йәшәүсе ялсыҡайҙар ҙа, ҡунаҡтар ҙа – барлығы 200-гә яҡын кеше килгәйне. Төрлө сбәптәр арҡаһында ҡайта алмаусылар ҙа бар. Стәрлетамаҡтан тыуған ауылына байрамға тип ҡайтып төшкән Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары министрлығының Рәсәй ер аҫты разведкаһы отличнигы Вәлиәхмәт Шәйәхмәт улы Вахитов:
– Ялсыҡайҙар ауылдың 140 йыллығын байрам итәсәк, тигән хәбәрҙе ишетеү менән, ҡыуана-ҡыуана юлға сыҡтым. Ә бына Рәсәй Федерацияһы Советы хакимиәте аппаратында эшләүсе нәҫелдәшем, мырҙам Марсель Рәсим улы Вахитов ҡайта алмауына үкенес белдерҙе, яҡташтарына ҡотлау һүҙҙәрен еткерергә ҡушты, – тине.
Байрамға Өфөнән, алыҫ ерҙе яҡын итеп, шағирәбеҙ Миңлегөл Хисамованың да ҡайтып төшөүе үҙе бер оло шатлыҡ булды. Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығы Ильяс Искәндәр улы Юлдыбаев байрамды асып, һүҙҙе Көйөргәҙе районы Хакимиәтенән килгән ҡунаҡҡа бирҙе. Хакимиәттең финанстар бүлеге мөдире Айрат Венер улы Зөбәйеров ялсыҡайҙарҙы байрамдары менән ҡотлап, сараға йыйынып та башҡа эштәр сығып тороуы арҡаһында уға килә алмаған район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе һәм район Хакимиәте исеменән 50 мең һум аҡса бүләк итте. Ялсыҡай ауыл клубы янында эшләп килеүсе «Өмөт» ансамбленең һәүәҫкәр артистары Шамил Аҡсурин, Илһам Ҡотлогилдин, Владик Исаков тыуған ауылдарының нисек барлыҡҡа килеү тарихын сәхнәләштереп күрһәтте. Унан аңлашылыуынса, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы Ялсыҡай ауылындағы Бөрйән ҡәбиләһе башҡорттары- ның бер өлөшө 1878 йылдан башлап яңы урынға – Һөлөклө йылғаһының Үләкән һаҙы тамағына күсеп ултыра башлай һәм шул уҡ исемдәге ауылға нигеҙ һала. 140 йыллыҡ тарихында был ауыл исем-аттары барлыҡ республикабыҙға билдәле шәхестәр үҫтерҙе. Улар араһынан III дәрәжә Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтың, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитовтың, башҡорт шағирәләре Зөһрә Ҡотлогилдина менән Миңлегөл Хисамованың, журналист Фәһимә Мәзитованың исемдәре милләттәштәребеҙгә яҡшы таныш. Байрам сараһын артабан Ялсыҡай, Таймаҫ ауыл мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистары сығыштары дауам итте. Бында йыр ҙа, ҡурай моңо ла яңғыраны, йәштәр төрлө бейеүҙәре менән дә сәхнәне биҙәне. – Беҙ был сара концертын тик үҙебеҙҙең урындағы таланттар көсө менән генә үткәрергә булдыҡ. Был кемдең нимәгә оҫта, маһир, талантлы икәнен ауылдаштар белһен, бер-береһен ихтирам, хөрмәт итһен, бер-береһенең һәләттәрен баһалай белһен тигән изге теләктән сығып эшләнде. Ғөмүмән, был байрамды ойоштороу фиҙаҡәрлеге менән ялсыҡайҙар үҙҙәре башлап сыҡты, үҙҙәре аҡса йыйҙы. Үткәреү ваҡытын һәм урынын да үҙҙәре билдәләне. Ауыл хакимиәтенән әҙерҙе көтөп ул- тырманылар. Үҙ көсөң менән үткәргән сара ҡыҙыҡ та, матур ҙа, иҫтәлекле лә була бит ул. Сауҙа нөктәләрендә лә үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар һатыу итә. Ситтән саҡырманыҡ, – ти Таймаҫ ауыл хакимиәте башлығы Ильяс Искәндәр улы. Ысынлап та, был йәһәттән күптәрҙе маҡтап телгә алып китергә була. Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитов былау бешереү өсөн һарыҡ, шуға өҫтәп тағы 1000 һум аҡса биргән. Рәфис Хөсәйенов та, Шәүәли ағайҙың һәйбәт өлгөһөнә эйәреп, байрам үткәреүгә бер һарыҡ бүлгән. «Афарин!» – тип ауыҙ тултырып әйтәбеҙ уларға. Шулай уҡ байрамды үткәреү өсөн Ғәзим Абдуллин, Рәмилә Вәлитова, Гүзәл Ғилманова – 2000, Әнүәр Хөсәйенов менән Сания Баянова 1000-шәр һум аҡса бүлгән. Гөлнур Амангилдина, Земфира Әбделмәнова, Фәрғәт Вәлидов, Рәкит Ҡотлогилдин, Фәнзиә Насирова, Илһам Ҡотлогилдин, Өлфәт Сарбаев, Әхтәм Мәзитов һ.б. ҡулдарынан килгәнсә финанс менән ярҙам иткән. Сәхнә эшләү өсөн Зөфәр Йыһаншин менән Руслан Ҡотломбәтов таҡта биргән. Был ялсыҡайҙарҙың берҙәм- леге хаҡында һөйләй. Ауыл аҡһаҡалы Фәрит Вәлитовҡа, ауыл ағинәйәҙәре Ғәлиә Мырҙағолова, Фәүзиә Хөсәйенова, Маһира Сарбаева, Ғәшиә Хөсәйенова, Ғәтиә Йыһаншина, Хөмәйрә Аҡсури- наларға бүләктәр тапшырылыуы, шуға асыҡ миҫал. Йәшлек мөхәббәттәрен ғүмер буйы һаҡлап, өлгөлө донъя төҙөп, балалар үҫтереп, инде хәҙер олатай-өләсәйҙәр булып ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын тойоп 50, 55 йыл бергә бәхетле йәшәгән Хөрмәт менән Разия Байғужиндарҙы, Юрис менән Нәсимә Мөрсәлимовтарҙы, Рәкит менән Гөлсирә Ҡотлогилдиндарҙы ҡотлап, бүләктәр тапшырылды. 50 йыл бергә тиң ғүмер иткән Тәлғәт менән Зифа Әлибаевтарҙы ла ҡотларға тип йыйынғайны ялсыҡайҙар. Тик байрам алдынан ғына Тәлғәт ағайҙы һуңғы юлға оҙатырға тура килде. Ялсыҡайҙар барыбер ҙә, Зифа апайҙы сәхнәгә саҡырып сығарып, ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Һәм дөрөҫ тә эшләнеләр. Ялсыҡайҙа тормош дауам итә. Оло бы- уын вәкилдәренең ғаилә традициялары йәш ғаиләләргә күсә. Был ауылда 5 бала тәрбиәләп, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусы ғаиләләр ҙә етерлек. Өряңынан башлап өй төҙөргә батырсылыҡ иткән ялсыҡайҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Буш торған өйҙәрҙе лә ремонтлап бына тигән итеп яңыртыусылар бар. Байрамдың төп өлөшөнән һуң төрлө спорт һәм халыҡ уйындары ярышы үтте. Бында ла әүҙемлек күрһәтте байрамда ҡатнашыусылар. Күнәкләп һыу ташыу ярышына ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ыңғайына ир-аттарыбыҙҙың да ҡушылып китеүен халыҡ бик тә мауығып күҙәтте. Байрам аҙағында һәр кем үҙе әҙерләп алып килгән һый-ниғмәттәр менән күңел асты, бер-береһен һыйлашты, оло ҡаҙанда Рәмилә Вәлидова, Хәлиҙә Хөсәйе- нова, Гүзәлиә Бикбулатова бешергән былауҙан ауыҙ итте. Байрамды шундай матур итеп ойошторғандары, ялсыҡай- ҙарҙы бер-береһе менән осраштырғандары өсөн ауылдаштары Хәлимә Аҡсурина менән Мәҙинә Ҡунаҡҡоловаға, сараны күркәм итеп алып барған Алһыу Аҡсурина менән Регина Мостафинаға ҙур рәхмәт әйтте.

Поделиться: