+7 (34757) 6-11-79 Начальник отдела культуры
ok_erm@mail.ru
Герб района

Отдел культуры МР
Куюргазинский район
Республики Башкортостан

Үткəн шəмбе көндө Михайловка ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Сараға улар ентеклəп əҙерлəнгəн: йорт-ҡуралар, урамдар төҙөклəндерелгəн, нəҫел тамырҙары барланған, төрлө тарафҡа һибелгəн туғандарын йыйғандар. Ҡунаҡтарҙы əллə ҡайҙан һыбайлы аттарҙа, йыр-моң, икмəк-тоҙ менəн ҡаршы алды михайловкалар. Һуғышта ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә сәскә һалғандан һуң, ҡунаҡтар, барлыҡ халыҡ урам буйлап үтте. Сыуаш, рус һәм ҡаҙаҡ милләттәре тарафынан күҙҙең яуын алырлыҡ өс өҫтәл әҙерләнгәйне. Бигерәк тә сыуаштар әҙерләгән өҫтәл янында йыр-моң, дәртле бейеүҙәр яңғырап торҙо. Ҡунаҡтарға тағы ла байрам кәйефе бүләк итте улар. Ҡаҙаҡтар табыны янына килгәс, уларҙың әллә нисә быуындарын барлаған шәжәрәләре бар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Улар үҙ тарихтары менән ҡунаҡтарҙы ла таныштырҙы. Һый-хөрмәттән һығылып торған рус милләте өҫтәле янында ҡул эштәренең ниндәйе генә юҡ ине. Михайловка менән танышып сыҡҡандан һуң ҡунаҡтар ауыл клубына юлланды. Унда сараның рәсми өлөшө башланды. Сараны Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов асты. Ул йыйылыусыларҙың барыһын да байрам уңайынан ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, был оло сараның имен-аман үтеүен теләне. Михайловкаларҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов та, райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Юрий Шибин да килгәйне. Үҙ сиратында улар ҙа йый- ылыусыларҙы байрам уңайынан ҡотлап, ауылды төҙөкләндереү, нәҫел тамырҙарын барлау, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был байрамды әҙерләүгә ҙур тырышлыҡ һалғандарға рәхмәт әйтте. Байрамда «Иң йәш ғаилә» булып билдәләнгән, уларға өлгө булырҙай оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән татыу ғаиләләрҙе, иң йәш сабыйҙы, иң оло кешене, күп балалы ғаиләләрҙе ҙурлап сәхнә түренә саҡырҙылар. Ауылдағы Афған, Чечня һуғышында ҡатнашҡандар ҙа иғти- барҙан ситтә ҡалманы. Ә инде Федоровка районынан килгән артистарҙың, шулай уҡ Зәк-Ишмәт, Марьевка, Михайловка артистарының дәртле сығыштары байрамды тағы ла йәмләне. Күптән күрешмәгән ауылдаштар танһыҡтары ҡанғансы аралашты, бергәләп күңел асты. Әлегеләй берҙәм бу- лып, һәр эшкә бергәләп тотонһалар, байрамдар булып торор, әлбиттә. Бары тик тормошобоҙ имен булһын.

Поделиться: