+7 (34757) 6-11-79 Начальник отдела культуры
ok_erm@mail.ru
Герб района

Отдел культуры МР
Куюргазинский район
Республики Башкортостан

/ Новости/ Үткән ял Йомағужа ауылында ла байрам үтте. Ауыл клубы мөдире Мәүсилә Исмәғилова ауылдаштары өсөн “Йәйге бәйге” тип аталған матур бер сара ойошторҙо. Ҙур тирмә ҡоролған яланда күҙҙең яуын алырҙай төрлө күргәҙмәләр ҙә бар ине. Йомағужаларҙы байрамдары менән Илкәнәй ауыл советы хаимиәте башлығы Тимур Иҙрисов ҡотланы. Әүҙемдәргә һәм еңеүселәргә бүләктәр ҙә тапшырҙы.

Үткән ял Йомағужа ауылында ла байрам үтте. Ауыл клубы мөдире Мәүсилә Исмәғилова ауылдаштары өсөн “Йәйге бәйге” тип аталған матур бер сара ойошторҙо. Ҙур тирмә ҡоролған яланда күҙҙең яуын алырҙай төрлө күргәҙмәләр ҙә бар ине. Йомағужаларҙы байрамдары менән Илкәнәй ауыл советы хаимиәте башлығы Тимур Иҙрисов ҡотланы. Әүҙемдәргә һәм еңеүселәргә бүләктәр ҙә тапшырҙы.

– Байрамды ауыл халҡы өсөн генә тип башлағайным, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа ҡайтып ҙур сараға әүерелеүе ҡыуаныс булды. Һабантуйҙағы кеүек төрлө ярыштар ойошторҙоҡ, ауылыбыҙ халҡы тарафынан әҙерләнгән матур концерт та биҙәне сарабыҙҙы. Бигерәк тә ҡыҙҙарыбыҙҙың заманса бейеүҙәре, Гөлнара Сәлимова менән Луиза Әхмәтованың йырҙары оҡшаны. Ҡунаҡ булып ҡайтҡан Тәлғәт Яппаровтың гармунда уйнаған моңдары яҡты хәтирәләргә илтте. Халыҡ әүҙем булды, барыһы ла бешеренеп матур табын ҡорорға ярҙам итте. Яланда Ҡарға бутҡаһы бешереп, тәмле сәй эсеүе күңелле булды. Байрамды үткәреүҙә спонсор ярҙамы күрһәтеүсе фермер Илшат Мәзитовҡа, ауыл советына, Нажия Мөхәмәтоваға, үҙенең музыка аппаратураһы менән байрамды биҙәүсе Ильяс Исмәғиловҡа, транспорт менән ярҙам итеүсе ??? Исмәғиловҡа, мине һәр саҡ ҡеүәтләп йөрөгән ҙур таянысым, тормош иптәшем Камил Исмәғиловҡа, йөгөрөп йөрөгән егеттәребеҙ Азат Мөхәмәтовҡа, Марсель Хисмәтуллинға, Фәнил Исмәғиловҡа, шулай уҡ Минзәлә Шәметдинова менән Альбина Исмәғиловаға һәм барлыҡ ауыл халҡына ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Артабан да бергә, ойошҡанлыҡ менән йәшәргә һәм именлектә төрлө саралар үткәрергә яҙһын, – ти сараны ойоштороусы Мәүсилә Исмәғилова.
Байрам йомағужаларға оҡшаған. “Йәйге йәмле көндәрҙә “Йәйге бәйге” тип аталған матур сара ойоштороп үткәргәне өсөн Мәүсиләбеҙгә ҙур рәхмәт”, – ти ауылдаштары.

Поделиться: