+7 (34757) 6-11-79 Начальник отдела культуры
ok_erm@mail.ru
Герб района

Отдел культуры МР
Куюргазинский район
Республики Башкортостан

/ Новости/ Праздничные мероприятия в сельских клубах района

Праздничные мероприятия в сельских клубах района

Ауылыбыҙҙың уңған, өләсәйҙәре сәхнәгә сығып, бар ауыл халҡына матур байрам кисәһе бүләк иттеләр. 7 март Яҡут мәҙәниәт йортонда “Супер өләсәй!” бәйгеһе үтте. Бөтәһе лә маҡтауға лайыҡ өләсәйҙәр, уңғанлыҡта, матурлыҡта, оҫталыҡта – көс һынашты Сәхнәгә сыҡҡан алты конкурсант та бына тигән ул-ҡыҙҙар үҫтереп бәхетле өләсәй булған кешеләр. Залда ултырған балалары, ейәндәре, яҡындары, уларға дәрт өҫтәне, ҡанат ҡуйҙы. Сара күңелле концерт номерҙары менән аралаш барҙы. Ысынында, һәр өләсәй “Супер өләсәй” исеменә лайыҡ ине. Шулай ҙа уларҙың һәр яҡлап асырға ярҙам иткән һынауҙарҙан һуң, баһалама төркөмө бер фекергә килде һәм номинациялар бирергә тигән ҡарарға килделәр. Бәйгеселәрҙең һәр береһенә бүләктәр һәм сәскәләр тапшырылды . Серле спонсырыбыҙға айырыуса Рәхмәтлебеҙ!!!(Исемен яҙырға ҡушманы) Бар өләсәйҙәргә һәм концертта моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаған артистарыма айырыуса рәхмәт! Иҫәнлек-һаулыҡ, ғәилә бәхете, ижади уңыштар барығыҙғала!!!

Яңы Таймаҫта ла концерт хәтәр булған. Тамашанан ҡайтып барған һәр ҡатындың йөҙөндә йылмайыу сағылған, был йылмайыу рәхмәт, артистар, байрамды байрам итә беләһегеҙ тигәнде аңлатҡандыр.
Һәр ауылда ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлайҙар, тәбрик һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтәләр, ҡулдан килгәнсә, күңелдәрен күрергә тырышалар. Айсыуаҡта ла шулайтҡандар, кисә мәҙәниәт йортонда концерт күрһәткәндәр, ауыл хакимиәтенән, ҡатын-ҡыҙҙар советынан, рәсми вәкилдәр килеп, матур һүҙҙәр әйткән.
Яҙҙың тәүге күркәм байрамы – ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә Ялсыҡай ауыл клубында “Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ…” исемле концерт-программаһы үтте.
7 мартта ауылыбыҙҙың һәләтле артистары, гүзәл заттарыбыҙҙы төрлө йырҙар, бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы. Тамашасылар ихлас күңелдән ял иттеләр.

Поделиться: